Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2021, 21:46

2022 йылда “больничный” аҡсаһын нисек түләрҙәр?

Был яңылыҡ тағы кемдәргә ҡағыласаҡ? 

2022 йылда “больничный” аҡсаһын нисек түләрҙәр?
2022 йылда “больничный” аҡсаһын нисек түләрҙәр?

2022 йылдан ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары электрон рәүештә тултырылып, аҡса автомат рәүештә иҫәпләнеләсәк. Был яңылыҡ шулай уҡ ауырлы һәм бала тапҡандаң һуң пособие түләүгә лә ҡағыла.

Аҡса, элеккесә, социаль страховкалау фондынан биреләсәк, ләкин быйыл бының өсөн ғариза тапшырырға кәрәкмәй. Эш хаҡы күләме, ауырлы һәм бала табыу буйынса ялға китеү тураһында мәғлүмәттәр фондҡа эш биреүсенән алынасаҡ.

Поликлиникалар "больничный"ларҙы Социаль страховкалау фондының берҙәм мәғлүмәт системаһына индерәсәк. Унан ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын асыу, оҙайтыу йәки ябыу тураһында мәғлүмәттәр автомат рәүештә эш биреүсегә, шунан һуң хеҙмәткәрҙең дәүләт хеҙмәттәре порталында "Шәхси кабинеты"на китәсәк.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: