

Арахис
Арахис бик туҡлыҡлы. Ул нервы системаһын тынысландыра, еңел генә йоҡлап китеүгә булышлыҡ итә. Организмдан токсиндарҙы сығара, көс-ҡеүәт өҫтәй. Тап шуға ла уны шоколадтарға ҡушалар. Арахисты даими ашап тороу йөрәккә һәм ҡан тамырҙарына яҡшы йоғонто яһай. Шулай уҡ арахис ҡандың ойоусанлығын күтәрә, тимәк, ҡан ағыуын тиҙерәк туҡтата. Тик был файҙалы яҡтары тоҙло арахистарға ҡағылмай. Шул уҡ ваҡытта эшкәртелгән арахистарҙы алыу хәйерлерәк, сөнки ҡабыҡта булған сәтләүектәрҙән баланың эсе ауыртыуы ихтимал.
Әстерхан сәтләүеге
Әстерхан сәтләүеге мейегә оҡшаған, шуға ла уны аҡыл өсөн тип йөрөтәләр. Ул, ысынлап та, мейегә яҡшы тәьҫир итә. Шулай уҡ йодҡа, күп кенә минералдарға һәм витаминдарға бай. Тағы ла әстерхан сәтләүеге һалҡын тейгәндә, бала тиҙ генә арыған осраҡта ярҙам итә.
Миндаль
Был сәтләүек В, К, Е витаминдарына, марганецҡа, магнийға һәм фосфорға бай. Уҡыусыларға миндаль фекерләүҙе яҡшыртыр өсөн кәңәш ителә. Тағы ла был сәтләүек сәс, тире, эсәктәр сәләмәтлегенә файҙалы. Тик йөрәк ауырыуҙары менән яфаланыусыларға бик һаҡ ашарға кәрәк.
Фисташка
Фисташка составында аминокислоталар булыуы буйынса лидерҙар иҫәбендә. Ул күреү һәләтен яҡшыртыу, һөйәктәрҙе, мускулдарҙы нығытыу өсөн бик файҙалы. Бынан тыш, фисташка ҡуҙғыусанлыҡты кәметә, шуға ла саманан тыш әүҙем балаларға ашау кәңәш ителә. Мәктәптәге уҡыу көсөргәнешен еңел ҡабул итергә ярҙам итә.
Фундук
Фундук организмдан токсиндарҙы сығара, аҙыҡты эшкәртеүгә булышлыҡ итә, анемияны иҫкәртә. В, Е витаминдары, күп кенә минералдар сығанағы ул. Фундукты спортсыларға ла ашарға кәңәш итәләр, сөнки уның составында майҙар (60%), протеин, аҡһым күп. Бынан тыш, сәтләүек яман шештән һаҡлаған һирәк ингредиентҡа бай.
Кешью
Был сәтләүек тиренең, тештәрҙең, теш ҡаҙнаһының торошон яҡшырта. Матдәләр алмашыныуын нормаға килтерә. Составында цинк, кальций, фосфор, тимер бар. Кешью — иң хәүефһеҙ сәтләүектәрҙең береһе. Уға аллергия бик һирәктәрҙә осрай.
Иғтибарлы булығыҙ!
● Бөтөн (иҙелмәгән) сәтләүектәрҙе кескәй балаларға бирмәгеҙ — ҡарлығыуҙары бар.
● Тоҙло сәтләүектәр ашатырға ярамай: бөйөрҙәренә зыянлы.
● Артығын ашатмағыҙ: эсе күбер, газ барлыҡҡа килеүе артыр.
● Аллергия булһа, был ризыҡты бөтөнләй ашатмағыҙ.
Кәңәштәр
● Сәтләүек ашаған балаға һыуҙы күберәк эсерегеҙ. Юғиһә, эсе ҡатыуы бар.
● Әсе миндалдең йәҙрәһен ашарға ярамай. Тик шәкәрле сорттарын ғына ҡулланығыҙ.
● Әстерхан сәтләүеген тире, ашҡаҙан ауы рыу ҙары менән яфаланғандарға, ҡан ойоусанлығы юғары булғандарға ашарға тыйыла.
● Арахис – көслө аллерген. Әгәр бала гастрит менән ыҙалаһа, уның үҙәге көйәсәк.
● Фундукты шәкәр диабеты, бауыр ауырыу ҙары булғандарға ашарға ярамай.
Табип менән каңәшләшергә онотмағыҙ!