Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2021, 21:22

Айтуған Хөсәйенов кеүектәр булһын!

Һәр хужалыҡтың уңышы мал-тыуарҙың сәләмәтлегенә бәйле.

Айтуған Хөсәйенов кеүектәр булһын!
Айтуған Хөсәйенов кеүектәр булһын!

Грант – эш башлаусыларға  аяҡҡа баҫыр һәм киләсәктә үҫешер өсөн башланғыс. Йүнсел Айтуған Хөсәйенов дәүләт ярҙамы менән Герефорд итле тоҡомло 20 баш тана һатып ала. Көньяҡ-көнсығыш төбәктә был тоҡом малдарын үрсетеү уңайлы һәм отошло, тип һанай фермер.

Һәр хужалыҡтың уңышы мал-тыуарҙың сәләмәтлегенә бәйле. Герефорд тоҡомло һыйырҙар дөрөҫ туҡланғанда уларҙың тәүлек артымы юғары була. Таналарҙы тәрбиәләүҙе еңелләштереү маҡсатында фермер һыу йылытыу ҡоролмаһын урынлаштыра. Грант аҡсаһына Айтуған Хөсәйенов техника ла һатып ала.

Грант  етештереү күләмен арттырыуҙы ғына түгел, хеҙмәт урындарын да булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Айтуған Хөсәйенов ике ауылдашын эшле итә. Быйыл агростартап программаһы буйынса райондың биш фермеры үҙ хужалығын нығытыуға өлгәшә, уларға дәүләт тарафынан барлығы 13 млн һумдан ашыу аҡса бүленә.

Әлфиә Хәмитова.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: