Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2021, 16:15

Бер телдән дә телем кәм түгел...

Башҡорт теле менән әҙәбиәтенә иғтибар артһын.

Быға тиклем Рәсәй кимәлендәге төрлө олимпиада еңеүселәре Республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән бүләкләнәләр ине. Башҡорт теле көнөн билдәләү алдынан тағы ла бер ҡыуаныслы яңылыҡ. Киләсәктә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Төбәк-ара олимпиада еңеүселәренә лә аҡсалата премия биреләсәк. Еңеүселәргә (уҡытыусыһы менән уҡыусыһына) бишәр мең һум, призлы урындар алыусыларға өсәр мең һум биреү ҡаралған.

Тел һәм әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн уҙғарылған был конкурс 1987 йылдан алып ойошторола. Башҡортостандан тыш, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстандан да ҡатнашалар. Утыҙ дүрт йыл арауыҡ эсендә туғыҙ меңләп уҡыусы ҡатнашҡан.

“Йәш быуындың һәләтен билдәләү, мөмкинселектәрен асыу өсөн яҡшы сара ул”, - ти Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының милли мәғариф һәм фән идаралығы начальнигы Азат Батыршин.

Тыңғыһыҙ хеҙмәте арҡаһында күп тапҡырҙар уҡыусылары менән был олимпиадала юғары һөҙөмтәләр күрһәткән Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Муллахмәтова ла йыл һайын уҙғарылған был сараның әһәмиәте ҙур тип иҫәпләй. “Уҡыусыны ғына түгел, ата-әсәләрен дә был ике предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыу өсөн яҡшы ысул”, – ти  тәжрибәле уҡытыусы.

Бер телдән дә телем кәм түгел...
Бер телдән дә телем кәм түгел...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: