Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2021, 08:35

Башҡортостандың тағы бер ҡалаһында "Минең бизнесым" үҙәге асыла

Әлеге ваҡытта бинала ремонт эштәре тамамлана.

 Башҡортостандың тағы бер ҡалаһында "Минең бизнесым" үҙәге асыла

Яҡын арала Салауатта эшҡыуарҙарға ярҙам үҙәге асыласаҡ. Әлеге ваҡытта бүленгән бинала ремонт эштәре тамамлана. Яңы тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйылған, электр сымы алмаштырылған. Төҙөлөш бригадаһы төрлө эштәр һәм керамик плитка һалыу менән шөғөлләнә. Ремонт эштәре графиктан алда бара. Салауатта "Минең бизнесым" үҙәге республиканың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығының структура бүлексәһе булараҡ эшләйәсәк. Эшҡыуарҙар менән эш берҙәм тәҙрә принцибы буйынса төҙөләсәк.

#Национальныепроекты

#Миллипроекттар

Башҡортостандың тағы бер ҡалаһында "Минең бизнесым" үҙәге  асыла
Башҡортостандың тағы бер ҡалаһында "Минең бизнесым" үҙәге асыла
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас: