Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2021, 16:15

Битлек режимын үтәүҙе тикшереү буйынса рейдтар уҙа

Бындай даими рейдтарҙың төп маҡсаты - коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү һәм пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, аңлатыу эштәре алып барыу

Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы вәкилдәре Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ бүлеге менән берлектә йәмәғәт транспорты водителдәренең һәм пассажирҙарының битлек режимын үтәү-үтәмәүен тикшереү буйынса рейдтар үткәрә.

Бындай даими рейдтарҙың төп маҡсаты - коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү һәм пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, аңлатыу эштәре алып барыу, ә хоҡуҡ боҙоусыларға ҡарата административ саралар күреләсәк.

Йыл башынан алып Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта йәмәғәт транспортында битлек режимын үтәү буйынса 160-ҡа яҡын рейд уҙғарылған, уның барышында 220-нән ашыу йәмәғәт транспорты маршруты, Өфөнөң "Көньяҡ" автовокзалы һәм Өфөнөң тимер юл вокзалы, Өфө электр транспорты идаралығы, "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһы филиалдары тикшерелгән.

Республика Башлығы Указы тормошҡа ашырылған осраҡта асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 200-гә яҡын административ протокол төҙөлгән, шул иҫәптән 80 протокол судҡа тапшырылған, 50-шәр протокол буйынса Өфөнөң мировой һәм район судтары тарафынан иҫкәртмәләр сығарылған һәм штрафтар билдәләнгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юғары әҙерлек режимы шарттарында тәртип ҡағиҙәләрен үтәмәгән, беренсе тапҡыр боҙған өсөн - 1-3 мең һум ә  ҡабаттан  эләкһәң, 15-30 мең һум штраф ҡаралған.

Битлек режимын үтәүҙе тикшереү  буйынса рейдтар уҙа
Битлек режимын үтәүҙе тикшереү  буйынса рейдтар уҙа
Битлек режимын үтәүҙе тикшереү  буйынса рейдтар уҙа
Битлек режимын үтәүҙе тикшереү буйынса рейдтар уҙа
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас: