Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2021, 11:35

Өфөлә "Ҡала легендалары" мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы

Унда Башҡортостандың баш ҡалаһы буйлап авторлыҡ экскурсиялары һәм тематик прогулкалар  өсөн ғәҙәти булмаған маршруттар тупланған.

Өфөлә "Ҡала легендалары" мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы, унда Башҡортостандың баш ҡалаһы буйлап авторлыҡ экскурсиялары һәм тематик прогулкалар  өсөн ғәҙәти булмаған маршруттар тупланған. Сервис баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн тәғәйенләнгән - һәр ҡулланыусы өсөн авторҙар ҡыҙыҡлы темалар һәм локация табырға тырышты. Проект - 2020 йылда эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереүгә субсидиялар биреү буйынса федераль агентлыҡ конкурсының 17 төбәк проекты еңеүселәренең береһе. Эшҡыуар алған гранттың күләме - 2,4 миллион һум.

Проект Туризм буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты, Өфө хакимиәте, шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университеты ярҙамында ойошторолған. Мобиль гид-ассистент тәү сиратта Өфө һәм республика халҡының, шулай уҡ төбәктең баш ҡалаһына килгән туристарҙың экскурсияларға ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға йүнәлтелгән. Тәҡдим ителгән экскурсия маршруттары һәм экскурсия күрһәтеү объекттарын һайлап алыу миҙгелгә бәйле буласаҡ һәм ҡулланыусыларҙың өҫтөнлөктәре нигеҙендә алып барыласаҡ.

"Уңайлы ваҡытта смартфоны ярҙамында һәм ирекле ритмда һәр кеше үҙааллы ҡыҙыҡлы сәйәхәт ҡылһын өсөн асыла ла инде. Экскурсиялар өсөн ҡулланыусыға балдар өҫтәлә һәм проект партнерҙарынан бонустар һәм бүләктәр бирелә", - тип һөйләне эшҡыуар һәм проект авторы Ольга Хәйретдинова.

Фото - "Башинформ"

Өфөлә "Ҡала легендалары" мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы
Өфөлә "Ҡала легендалары" мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас: