Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2021, 12:40

Ҡағыҙмы, әллә интернетмы?

Ҡулға телефонды алғанды күргән өләсәйем: “Шул телефоныңа текләп алаң да, донъяңды онотаң”, — тип гел һуҡраныр ине. Ә хәҙер, бер-ике йыл да үтмәне, буш ваҡыты килеп сыҡһа, үҙе шул уҡ телефонға тотона... Интернет тормошҡа ныҡлап инде шул. Һеҙгә нимә яҡыныраҡ: интернетмы әллә ҡағыҙ баҫмамы?

Ҡағыҙмы, әллә интернетмы?
Ҡағыҙмы, әллә интернетмы?

Интернет тормошҡа ныҡлап инде. Бөтә яңылыҡтарҙы тиерлек интернеттан белеп торабыҙ. Йәмғиәттәге был үҙгәрештәр бигерек тә журналистарға ҡағылды. Хәҙер беҙгә ҡағыҙ баҫма менән генә сикләнмәй, интернет селтәрендә лә әүҙем эшләргә тура килә.

Гәзит-журналдарға бөгөн йәшен тиҙлеге менән үҫешкән социаль селтәрҙәр  —  "Бәйләнештә", "Класташтар", Инстаграм, Телеграм, Тик-ток кеүек заман платформалары менән ярышыр кәрәк. Әммә улар менән дә дөрөҫ эш иткәндә, үҙ файҙаңды алырға була.

Ошо көндәрҙә 80 журналист   "Һанлы мультимедиалы мәктәп"тә уҡып сыҡты. Медиамәктәп бурысы – республика, район һәм ҡала баҫмалары хеҙмәткәрҙәренә һанлы журналистика алымдарына өйрәтеү.

Медиамәктәп Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы хеҙмәттәшлеге ярҙамында ойошторолдо.

Проект етәксеһе – республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова белем бирәсәк эскперттарҙы шәхсән һайлап алған. Журналистарҙы “Журналист һәм медиабаҙар” федераль журналының баш мөхәррире Владимир Касютин, “АиФ” гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Индира Котзасова, Екатеринбургтан "Ишь-Миш" контент-бюроһы етәксеһе Михаил Пономаренко, “Тик-ток без танцев” китабы авторы Ренат Йәнбәков, "КП-Уфа" гәзитенең экс-баш мөхәррире Елена Садыкова, СТС телеканалының СНГ илдәре буйынса программа/контент директоры Әлфиә Байбурина, "Юлдаш" теле-радиоканалының редакторы Илнур Рамаҙанов һәм башҡа белгестәр  уҡытты.

Бында алынған белем яңы майҙансыҡтарҙы үҙләштерергә, булған проекттарҙы үҫтерергә, аудиторияны арттырырға ярҙам итәсәк.  Әммә 8 көн дауамында (уҡыу шунысама дауам итте) бер тапҡыр ҙа берәй заман интернет тулыһынсы ҡағыҙ баҫманы алмаштыра тигән фекер яңғыраманы. Был мәктәп матбуғатҡа яҙылыусылар, уҡыусылар һанын күбәйтеүҙә ярҙам итәсәк тигән күҙлектән сығып эшләнек.

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: