Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2021, 11:20

Ауыл хужалығын модернизациялауҙа швед ысулы

   Роботтар тәүлек әйләнәһенә дистанцион форматта эшләй. Һыйыр елендәрен йыуа, йыуынты һыу айырым канализация буйлап  түгелә.

Ауыл хужалығын модернизациялауҙа швед ысулы

 

 Иглин районының «Агротех» предприятиеһында донъяла алдынғы һаналған «Делавал» компанияһының роботлаштырылған һауыу комплексы файҙаланыуға тапшырылды. 

 
 Роботтар тәүлек әйләнәһенә дистанцион форматта эшләй. Һыйыр елендәрен йыуа, йыуынты һыу айырым канализация буйлап  түгелә. Һөт сифатында норманан тыш тайпылыштар булғанда, икенсе феләктәргә йүнәлтелә. Ҡорамалдар ҙа ентекле итеп йыуҙырыла.

Һуңынан ғына яңы малдар индерелә. Көнөнә өс-дүрт тапҡыр һауын ойоштороласаҡ тип күҙаллана.  Фермала  айшир тоҡомло һыйырҙар аҫрала. Малҡайҙар робот ярҙамында яңы ысул менән башҡарылған һауымға тиҙ өйрәнәсәк, ти белгестәр. Эш процесын дөрөҫ ойоштороу һауымды арттырыуҙан тыш, һөттөң сифатын да  күпкә яҡшыртасаҡ.

  «Агротех» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте республикала һөт етештереүсе малсылыҡ  тармағында роботтар ҡулланыусы өсөнсө предприятие. Швецияла етештерелгән роботлаштырылған комплекс донъяның йөҙләгән илендә ҡулланыла. Роботлаштырылған системаны ҡулланыу  һөттә юғары сифат, ә малдарҙың  сәләмәтлеген контролдә тоторға мөмкинлек бирә. Ҡиммәтле заманса робортлаштыоылған һауын техникаһының яртыһын һатып алыуға дәүләт ярҙамы күрһәтелә.

  Хужалыҡта был комплекстар 500 ферма проекты сиктәрендә төҙөлгән. Яңы роботлаштылыған комплекстарҙы ҡорау өсөн проектҡа бер ни тиклем үҙгәрештәр индерелгән. Ферма тулы ҡеүәтенә эшләй башлау комплекста тәүлегенә 5 тонна һөт алыу күҙаллана.

  Һөт етештереүҙә алдынғы технологиялар ҡулланыу, продукцияның күләменән тыш, сифатын яҡшыртырға, хеҙмәт етештереүсәенлеген күтәрергә мөмкинлек бирәсәк. Ауыл хужалығының һөтсөлөк тармағындағы һанлаштырыу киләсәктә киң ҡулланылыу аласаҡ, тип күҙаллана.

Роботлаштырылған һауыу техникаһында һөт ябыҡ циклда һауып алына. Һуңынан махсус датчиктар ярҙамында һыуытҡысҡа ебәрелә. Мал рационын төҙөүҙә, һөт сифатын тикшереүҙә һәм генетиканы көйләүҙә был роботлаштырылған һауын техникһы иң ышаныслыһы тип һанала.

Гүзәл Борханова

Фото- БСТ

 
Ауыл хужалығын модернизациялауҙа швед ысулы
Ауыл хужалығын модернизациялауҙа швед ысулы
Автор:
Читайте нас: