Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2021, 09:20

Өфөлә «Ҡала риүәйәттәре» мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы

Килде бит заманалар! Сәйәхәт итеү өсөн әллә ҡайҙа йөрөргә лә кәрәкәмәй. 

Өфөлә  «Ҡала риүәйәттәре» мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы
Өфөлә «Ҡала риүәйәттәре» мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы

 

Унда Башҡортостан баш ҡалаһы буйлап экскурсиялар һәм тематик сәйәхәттәр өсөн ғәҙәти булмаған маршруттар тупланған.

Сервис Башҡортостан баш ҡалаһы халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн билдәләнгән - һәр ҡулланыусы өсөн авторҙар ҡыҙыҡлы темалар һәм лекциялар табырға тырышҡан. Проект - 2020 йылда эске һәм сит ил туризмын үҫтереүгә субсидиялар биреүгә Туризм буйынса федераль агентлыҡ конкурсында еңеүсе 17 төбәк проектының береһе. Эшҡыуар грант алған күләме - 2,4 миллион һум.

– Бындай проекттарға ярҙам итеүсе федераль һәм төбәк саралары Башҡортостандың экскурсия хеҙмәттәре баҙары ассортиментын үҫтерергә, йәштәр араһында экскурсия хеҙмәттәренә ихтыяжды арттырырға, яңы маршруттар формалаштырырға, шулай уҡ заманса һанлы технологияларҙы ҡулланыу юлы менән экскурсия тәҡдимдәрен үҫтереүгә ярҙам итә, – ти Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтхуллин.

 Мобиль гид ярҙамында уңайлы ваҡытта һәм киң ритмда смартфонлы һәр кеше иҫ киткес сәйәхәткә сығып, яңы мәғлүмәт белә ала. 

Әйткәндәй, үҙенсәлекле сәфәр Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан  барлыҡҡа килгән "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» проекты дөйөм дәүләт проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. 

Фото: http://landscrona.ru/ufa

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

                                                                         

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: