Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2021, 11:35

Ишембай шашкасыһы - гроссмейстер

Быға тиклем Ишембай шашка мәктәбенең Александр Георгиев, Айнур Шәйбәков, Гүзәл Георгиева, Елена Мильшина, Тамара Танһыҡҡужина, Айгөл Иҙрисова Рәсәй гроссмейстерҙары исемен алғайны.

Ишембай шашкасыһы гроссмейстер исемен алды

Ошо көндәрҙә “Торатау” конгресс-холында Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин спорт йәмәғәтселеге һәм Башҡортостандың күренекле спорт һәм физкультура эшмәкәрҙәре менән осрашты. Тантаналы шарттарҙа Рәсәй федераль ведомствоһы етәксеһе Ишембайҙың шашкасыһы Агата Парахинаға "Рәсәй гроссмейстер"ы билдәһен һәм таныҡлыҡ тапшырҙы.

 

Рәсәй Спорт министрлығының исемен биреү тураһында бойороғо 2021 йылдың 30 апрелендә донъя күрҙе. Ишембай балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Владимир Мильшин шашка буйынса иң юғары спорт титулын 2019 йылда "блиц" программаһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатында еңгән өсөн алды.
Декабрҙә үк Агатта Парахина "блиц" һәм "рапид" программалары буйынса донъя чемпионатында ҡатнашыу бурысы тора. "Йәшен тиҙлегендәге" һәм "Тиҙ" иң юғары донъя форумы Польшала, Варшава ҡалаһында уҙа.
Быға тиклем Ишембай шашка мәктәбенең Александр Георгиев, Айнур Шәйбәков, Гүзәл Георгиева, Елена Мильшина, Тамара Танһыҡҡужина, Айгөл Иҙрисова Рәсәй гроссмейстерҙары исемен алғайны.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
"Таратау"ҙан.
Ишембай шашкасыһы - гроссмейстер
Ишембай шашкасыһы - гроссмейстер
Автор:
Читайте нас: