Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2021, 13:10

Һорау булһа, барыһы ла һатыла

Таксист ир йәш ҡыҙға өйләнәм тиһә лә, уны ҡулға алғандар.

Өфөлә йәшәүсе ун биш йәшлек ҡыҙ аҡса эшләүҙең еңел юлын тапҡан. Ул ғиффәтлеген һатыу тураһында социаль селтәргә иғлан ҡуйған. Алыусыһы тиҙ арала табылған. Ул утыҙ дүрт йәшлек  таксист булған. 5 мең һумға улар осрашҡан. Тағы ла бер нисә тапҡыр күрешеп, ҡыҙ ошо арауыҡ эсендә 15 мең һум эшләп өлгөргән.

Беҙ ҡапсыҡта оҙаҡ ятмай. Тиҙҙән әсәһе ҡыҙындағы үҙгәрештәрҙе һиҙеп кеҫәләрендә тентеү үткәрә һәм дарыуҙар тапҡас, эштең нимәлә икәнлеген аңлай.

Йәш ҡыҙҙар яратыусы таксистың эҙенә тәртип һаҡсылары тиҙ төшә. Ҡыҙға өйләнәм тиһә лә, уны ҡулға алғандар.

Һорау булһа, барыһы ла һатыла
Һорау булһа, барыһы ла һатыла
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: