Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
3 Декабрь 2021, 05:33

Мәктәпкә 25 пар саңғы бүләк иткән!

Спорт тренеры булып эшләп йөрөгән егет мәктәпкә бик ҙур һәм ҡиммәтле бүләк яһаған. Тренер эшенән тыш, ул ауылы мәсете имамы вазифаһын да башҡара икән. 

Мәктәпкә 25 пар саңғы бүләк иткән!Мәктәпкә 25 пар саңғы бүләк иткән!
Мәктәпкә 25 пар саңғы бүләк иткән!

Йылайыр районының Ҡашҡар мәктәбенә 25 пар саңғы бүләк иткәндәр.

"Бөгөн беҙҙең мәктәпкә көтмәгәндә бик ҙур һәм ҡиммәтле бүләк яһанылар. Бына инде икенсе йыл беҙҙә спорт тренеры булып эшләп йөрөгән, үҙе крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Әбделмәнов Ирек Флүр улы мәктәпкә 25 пар саңғы алып килде. Мәктәп етәксеһе Алғошаев Илфат Сәмиғулла улы бүләкте оло ҡыуаныс менән ҡабул итеп алды һәм уға эшендә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләне", - тип яҙалар мәктәптең рәсми сәхифәһендә.

 

Бынан тыш, Ирек хәҙрәт Әбделмәнов Юлдыбай ауылы мәсете имамы вазифаһын да башҡара икән. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас