Бала табыр алдынан ҡатындар яуаплылыҡ хаҡында уйлаймы икән? Һеҙ иғтибар иткәнегеҙ бармы: һәр саҡ кәйефһеҙ, кескәйҙәренә аҡырған ҡатындар күбәйә бара. Ошо көндәрҙә “Магнит” магазинынан сығып барам. Бер әсә инәлеп-ялбарып һораған балаһына автоматтан бәләкәс кенә шарикты һатып алырға рөхсәт итте. Ун һумлыҡ төшөрөп алаһың. 4 йәштәрҙәге бала кескәй уйынсыҡты ҡулына ҡәҙерләп йомоп сығып барҙы ла, тупһала эләгеп ҡолап китте. Ҡулындағы уйынсығы һикерә-һикерә ҡайҙалыр барып олаҡты. Шул саҡ әсә йығылған балаһын йыуатыр урынға уны тотоп алып һелкетеп бәргесләй, һүгенә башланы. “Былай ҙа аҡса еткерә алмайым!”-тип сәрелдәне генә. Үҙенең ҡулындағы пакеттан һыра шешәһе, теләһә ниндәй ҡиммәтле сәтләүектәр күренеп тора. Ярай, бәлки, 10 һум ҙур аҡсалыр уның өсөн. Ләкин уның өсөн балаға шул тиклем әшәке һүҙҙәр яңғыратырға, туҡмарға ярамай бит. Ҡатындар! Һеҙҙе бер кем дә көсләп әсә итмәй. Әгәр бәпес өсөн наҙ-мөхәббәтегеҙ етерлек булмаһа, әсә булмауығыҙ мең артыҡ.
Әкрәм.