Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2021, 17:50

Яланғас бала подъезда ашарға һоранып йөрөгән

“Минең урында маньяк булһа, баланың ниндәй хәлгә тарыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын”, - ти тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡҡан ир.

Төмәндә курьер аҙыҡ килтергән ваҡытта, өс йәштәр тирәһендәге ҡыҙ бала яланғас килеш подъезда аҙыҡ һоранып йөрөгән сағына тап килә. Был ваҡытта баланың әсәһе иҫерек килеш йоҡлай һәм сит кеше фатирына инеп уятыуына ҡатлы-ҡатлы итеп һүгенеү менән генә яуап бирә. Балаһына төкөрөп ҡараған әсәй аҡтығын уятып булмаҫын аңлағас, ул ярҙамға бәлиғ булмаған балалар менән эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙе саҡыра. Улар килеп, ҡыҙсыҡҡа хәүеф янамауын аңлап, күңеле тынысланғас ҡына, үҙ юлы менән китә.

“Минең урында маньяк булһа, баланың ниндәй хәлгә тарыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын”, - ти тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡҡан ир.

Яланғас бала подъезда ашарға һоранып йөрөгән
Яланғас бала подъезда ашарға һоранып йөрөгән
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: