Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
5 Декабрь 2021, 14:56

Мәктәптә етенсе класста уҡыған бала йән биргән

Фажиғә юҡтан ғына килеп сыҡҡан.

Мәктәптә етенсе класста уҡыған бала йән биргәнМәктәптә етенсе класста уҡыған бала йән биргән
Мәктәптә етенсе класста уҡыған бала йән биргән

Фажиғә Амурҙағы Комсомольск ҡалаһында  биология дәресенда була. Ике 13 йәшлек  үҫмер һүҙгә килешеп һуғышып  китә һәм береһе  икенсеһенең башына һуҡҡандан һуң, тегеһе ҡолап, иҫен юғалта. Үкенескә күрә, "Ашығыс ярҙам"  килеп етмәҫ элек үк үҫмер  вафат була. Был фажиға буйынса тикшереү эше бара.

Бына шулай юҡтан ғына башланған бәхәс үлем менән тамамлана. Мәктәптәрҙә балалар бер-берһенә иғтибарлы булһын ине. Беҙ, өлкәндәр, үҫмерҙәргә ошо хаҡта иҫкәртеп торорға онотмайыҡ. 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас