Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
6 Декабрь 2021, 10:35

Аҡсалата ярҙам буласаҡ

Күптән түгел Баймаҡ районында эре малда йоғошло дерматит ауырыуы билдәләре асыҡланып, 200-ҙән ашыу мал юҡ ителде. Бөгөн Хөкүмәттәге кәңәшмәлә Радий Хәбиров зыян күргәндәргә  ярҙам буласағы тураһында хәбәр итте. 

Аҡсалата ярҙам буласаҡАҡсалата ярҙам буласаҡ
Аҡсалата ярҙам буласаҡ

Билдәле булыуынса Баймаҡ районы Моҡас ауыл биләмәһенә ҡараған 1-се Төркмән ауылында эре малда йоғошло дерматит ауырыуы билдәләре асыҡланғайны. 17 шәхси хужалыҡта 124 баш һәм ике крәҫтиән (фермер) хужалығында 76 баш малда сир билдәләре күҙәтелгән. Малдарҙың барыһы ла юҡ ителгәйне.  Бөгөн Хөкүмәттәге кәңәшмәлә Радий Хәбиров зыян күргәндәргә  ярҙам буласағы тураһында хәбәр итте. Һәр бер эре мал өсөн Яңы йылға тиклем аҡсалата ярҙам көтөлә. Шулай уҡ 1-се Төркмән ауылы халҡына аҙыҡ-түлек, һөт ризыҡтары таратылыу планлаштырыла. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас