

Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды, «Без Башкортлар» төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 7 декабрҙә «UFTANMA ижадханаһында башҡорт рок-музыканттарының кисәһен уҙғара.
Сара Башҡорт теле көнөнә арналған «Ете аҙым» марафонын башлап ебәрәсәк. Унда яңы һәм күптән популяр булған рок- композицияларҙың акустик версиялары яңғыраясаҡ, йырҙар башҡорт теленең төрлө диалекттарында башҡарыласаҡ.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙавры Ш. Бабичтың билдәле шиғырҙарын в рок-аранжировкала тәҡдим итәсәк.
Сара хедлайнерҙары — билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев, «Хаят-Исмаил» төркөмө һәм башҡалар. Сара 7 декабрҙә, 19 сәғәттә Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 62 адресы буйынса «Премьера» кафеһында була.