

Быйыл мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында шыршы байрамдары нисек үтер? Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, идаралыҡта Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы менән берлектә балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙә был байрамдарҙы үткәреү буйынса эпидемияға ҡаршы сараларҙы үтәү буйынса тәҡдимдәр әҙерләнгән.
– Байрам саралары бер класс йәки төркөм өсөн генә үткәрелергә тейеш. Төрлө төркөмдәрҙән балалар бер бинала осрашмаһын, ауырыу таралмаһын өсөн кәрәк был, – тине Анна Казак.
Әйткәндәй, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин балалар баҡсаларындағы иртәлектәргә ата-әсәләрҙә вакцинация йәки һуңғы алты ай эсендә ковид менән сирләүе тураһындағы сертификаты булһа ғына барырға рөхсәт ителеүен белдергәйне.