Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
7 Декабрь 2021, 10:30

Абҙаҡтағы тау саңғыһы комплексында 8 йәшлек малай күтәргестән ҡолап төшкән

Бәлә аяҡ аҫтында шул. 

Абҙаҡтағы тау саңғыһы комплексында 8 йәшлек малай күтәргестән ҡолап төшкәнАбҙаҡтағы тау саңғыһы комплексында 8 йәшлек малай күтәргестән ҡолап төшкән
Абҙаҡтағы тау саңғыһы комплексында 8 йәшлек малай күтәргестән ҡолап төшкән

Бөгөн  Белорет районы Абҙаҡ ауылында урынлашҡан тау саңғыһы комплексында 8 йәшлек малай күтәргестән ҡолап төшкән. .«Комплекс хеҙмәткәрҙәре һәм был хәлдең шаһиттары малайҙы тауҙан төшөргән һәм табиптар ҡулына тапшырған», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында. Баланың хәле тураһында хәбәр ителмәй.

Ведомствола экстремаль ҡышҡы спорт төрҙәре менән шөғөлләнгәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөләр. Шлем кейергә, профессиональ спортсыларҙың трюктарын ҡабатламаҫҡа, мобиль бәйләнеш булған урында йөрөргә, телефонды эске кеҫәгә һалырға, арыған саҡта йәки ауыртынған осраҡта спорт менән шөғөлләнмәҫкә, сноубординг һәм тау саңғыһы спорты менән шөғөлләнеү өсөн махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына шыуырға кәрәк.

"Башинформ"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас