

Гөлдәрем сәскә атмай, үҫтерә белмәйем һин нисек үҫтерәһең , кеүек һорауҙар миңә көн дә тиерлек килә . Ниндәй уҡыу йортон тамамланың тип тә һорайҙар . Ауылда гөл үҫтереүҙе эшкә лә һанамайҙар , юҡ менән булыу тип ҡараусылар күп . Юҡ менән булашыу өсөн махсус уҡыу йортон тамамлау кәрәкмәйҙер , минеңсә .
Гөл яратыуымдың сәбәбен аңлата ла алмайым , үҙемә шул тиклем оҡшай гөл үҫтереү . Ауырыу тиһәң дә була . Хатта ике ҡатлы иң бай йортҡа барып инһәм дә , бер бөртөк гөл күрмәһәм ул йорт миңә яман булып тойола . Иҫке генә бәләкәй генә өйөндә лә шаулатып гөлдәр үҫтереүсе хужабикәләргә һоҡланам һәм ул йорт минең өсөн иң матур тип һанала . Үҙ фекеремде берәүгә лә көсләп таҡмайым , бары уйҙарым менән уртаҡлашам . Һәр кем үҙенсә йәшәй , гөл үҫтермәүселәрҙе тәнҡитләү ҙә түгел был яҙмам . Ә бары тик һорау биреүселәргә яуап рәүешендә генә яҙам .
Иң беренсе һорауға яуап . Гөлдө кеше менән ярышып , унда булғас миндә лә булһын тип үҫтерергә кәрәкмәй . Үҙеңдең күңелең ҡуша икән , үҙең ысын күңелдән яратһаң ғына үҫәсәктәр . Мода өсөн генә ултыртыу ярамай тип уйлайым . Уларҙың да йәне бар . Әгәр , иғтибар иткәнегеҙ булһа , иң яратҡан һәм иғтибарҙы күп биргән гөлдәр шәп үҫә һәм шаулап сәскә ата . Етем бала һымағыраҡ бер ситтә ҡаралмай ултырыусы гөлдәр йонсоп тик ултыра үҫә алмай . Ни тиклем гөл яратһам да , миндә лә үгәй гөлдәр бар әле ул .
Икенсенән , ботаҡ ҡырҡып алып ҡайттығыҙ икән ти , йәки тамыр йәйгән үҫенте . Тупраҡҡа тыҡтығыҙ ҙа аҙналар буйына оноттоғоҙ . Алып ҡайтҡан үҫентегеҙ сабый бала һымаҡ , иркәләп һылап һыйпап тормаһағыҙ ул үҫмәйәсәк . Күп сәскә үҫтерергә яратыусыларҙың иң ҙур хатаһы һыу ҡойоу . Кемдер бөтөнләй һыу ҡойорға онота , кемдер көн һайын ҡойоп серетә .
Тупраҡты баҡсаныҡына магазиндыҡын ҡушам . Ниндәй гөл ниндәй тупраҡ яратыуы тураһында айырым постарҙа яҙырмын тип уйланым . Интернет тулы мәғлүмәт булһа ла , күп кешегә ябай тел менән яҙыу аңлайышлыраҡ . Шуға ла яҙыуымды һораусылар күп . Шулай уҡ , һыу ҡойоуҙа ла төрлө гөлгә төрлөсә , ҡайһыныһы һыу ярата , икенселәре яратмай .
Сәскә үҫтереү серең менән уртаҡлаш тиҙәр . Дөрөҫөн генә әйткәндә , йәшертен бер серем дә юҡ . Бары тик , эшләгән эшемде күңел һалып , бөтә йөрәгем менән яратып эшләйем . Үҫһәң үҫ үҫмәһәң тор тип түгел . Орлоҡто йәки ботаҡты тупраҡҡа ҡуйғанда уның ниндәй булып үҫерен күҙ алдына килтерәм , сәскәләре һәм емештәре менән ҡыуандырасағын уйлап ҡыуанам алдан уҡ . Һәр көн иртәнсәк тороу менән , бит йыуырҙан да алда гөлдәремде ҡарап сығам . Кемеһе нисек таң аттырҙы икән ? Уларҙы тәрбиәләмәйенсә сәйгә ултырмайым .
Артыҡ әллә нимәләр ҡыландырмайым . Удобрениелар менән мауыҡмайым , естественный условиеларҙа үҫтереү яҡлымын . Гөлдәрҙең һәйбәт үҫеүе удобрениела ғына түгел . Иң төп сәбәп тупраҡта . Һәр гөл үҙенә тейешле тупраҡта үҫергә тейеш . Унан һуң , йылдар буйы бер тупраҡта ултырған гөлдәрҙең сәскә атмауына ғәжәпләнергә кәрәкмәй ҙә . Мин үҙем яҙлы , көҙлө тупраҡтарын алмаштырам .
Минең ҡулланған удобрениеларым ошолай ғына : ун көн һайын бер балғалаҡ шәкәр һибәм . Азотно калийный фосфорный ( суперфосфат ) айына бер тапҡыр ҡуллана инем элегерәк . Был удобрение зерновой культуралар өсөн . Иптәшем тоҡлап алған ине , оҙаҡ йылдар ҡулландым мин уны . Баҡса гөлдәренә лә өйҙөкөнә лә ( картуфлы гөлдәргә ҡойманым ) шуны ҡулландым . Һуңғы бер ике йылда удобрение бөтөнләй ҡулланғаным юҡ . Тупрағын яңыртам , һыуҙы ваҡытында ҡоям , һарғайған япраҡтарын ҡырҡам һб .
Спортсмендарға ярыш алдынан анаболик эсерәләр , арымаһын өсөн . Ярыштан һуң улар хәлдән тайып тәгәрәй . Гөлдәр ҙә шулай , удобрение менән пичкать иткән гөлдәргә удобрение ҡойоуҙы туҡтатһаң , үҫә алмай , ҡороуы ла бар . Был бары тик минең фекерем .
Тағы ла анда бында йод һәм перекись водорода ҡулланам . Магазиндарҙа һатылған бер генә удобрениены ла ҡулланғаным юҡ . Бәлки , мин дөрөҫ эшләмәйемдер башҡа гөл үҫтереүселәр менән сағыштырғанда . Ябай ысул менән үҫтерһәм дә үҫәләр әлегә һәм сәскә атып та ҡыуандыралар . Ҡайһы бер сортовой ҡыйбатлы гөлдәргә генә айырым условиелар кәрәктер тип уйлайым . Уларын үҙем өйрәнәм әлегә.
(Авторҙың орфография һәм пунктуацияһы һаҡланды)