Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2021, 20:33

"Родина" кинотеатры Башҡорт теле көнөн бергә үткәрергә саҡыра

Инеү бушлай.

"Родина" кинотеатры Башҡорт теле көнөн бергә үткәрергә саҡыра
"Родина" кинотеатры Башҡорт теле көнөн бергә үткәрергә саҡыра

14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, Өфө ҡалаһының "Родина" кинотеатры тамашасыларҙы Башҡортостан кинематографистары төшөргән ҡыҫҡа метражлы фильмдар ҡарарға саҡыра.

Был көндә өс фильм тәҡдим ителә:

«Әсе бал» - Айнур Асҡаровтың документаль-уйын фильмы солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән өлкән йәштәге ирҙең тормошо тураһында бәйән итә;

«Асия» - Динара Әбдрәшитованың ҡыҫҡа метражлы фильмы. Асияның әсәһе ҡасандыр: "Атайың - летчик",- ти. Шунан бирле ҡыҙыҡай иртә һайын самолеттарҙы һауала күҙәтә һәм атаһын күрәсәгенә өмөтләнә;

«Ете ҡыҙ театры» - Салауат драма театры тарихы тураһында Кирстен Гайнеттың документаль фильмы.

Осрашыу урыны: Йәшел зал.

Инеү бушлай.

Фильмдар башҡорт телендә күрһәтелә.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: