Шоңҡар
+12 °С
Облачно
Новости
8 Декабря 2021, 10:54

10 айлыҡ сабый ҡарҙа ятҡан

Иглин ауылында йәшәгән әсә үҙенең йомошо буйынса киткән, ә10 айлыҡ ҡыҙын апаһынан ҡарап тороуын һораған...

Добавить в предпочтительные источники Google
10 айлыҡ сабый ҡарҙа ятҡан10 айлыҡ сабый ҡарҙа ятҡан
10 айлыҡ сабый ҡарҙа ятҡан

Иглин районының Иглин ауылында йәшәгән әсә үҙенең йомошо буйынса киткән, ә апаһынан 10 айлыҡ ҡыҙын ҡарап тороуын һораған. Сабый менән икәүһе генә ҡалғас, ҡатын хәмер эсә башлаған. Бер мәл ул, баланы ҡулына тотҡан килеш, тәмәке тартыу өсөн тәҙрә янына барып баҫҡан.

Бер йәшлек ҡыҙсыҡ беренсе ҡаттан ҡолап төшкән - ҡатын уны ҡотҡарырға йыйынған. Әммә онотолоп китеп, йәнә эсә башлаған. Ярты сәғәттән әсә үҙенең балаһын көрттән табып алған. Ә иҫерек апаһы фатирҙа йоҡлап ятҡан.

Сабый дауаханаға оҙатылған, ул ныҡ өшөгән булған. Хәҙер хәле уртаса. Тәфтишселәр енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

 

 

Сығанаҡ: "Башҡортостаным | яңылыҡтар" төркөмө

Автор:Загида Мусина
Читайте нас