+21 °С
Болотло
КВН – отҡорҙар, шаяндар уйыны ғына түгел, йәштәрҙе бергә йыйыусы урын да ул.
6 декабрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәҙәниәт йортонда республиканан тыш, Ҡазан, Нур-Солтан ҡалаларынан да килгән студенттарҙың КВН командалары көс һынашҡан. Сара ике өлөштә барған. Жюри ағзалары Юғары лиганан Дмитрий Бушуев, Михаил Стогниенко һәм Рухим Магиррамов йәштәрҙең сығышын баһалай.
Күмертау ҡалаһынан килгән команда менән БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының “Филпром” КВН командаһы киләһе йыл яҙын Сочи ҡалаһында үтәсәк КиВиНга путевка менән бүләкләнгәндәр.
Йәштәргә уңыштар теләйек!