Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
8 Декабрь 2021, 09:20

Радий Хәбиров Белоруссияла яҡташтар менән осрашты

Минскиҙа йәшәгән башҡорт һәм татарҙар “Шишмә” мәҙәни ойошмаһын булдырған.

Радий Хәбиров Белоруссияла яҡташтар менән осрашты

Башҡортостан делегацияһының Белоруссияға эш сәфәренең бөгөн өсөнсө көнө. Республика Башлығы Радий Хәбиров Минск ҡалаһында йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән осрашты. Ул башҡорт телен уҡытыу өсөн булдырылған заманса алымдар тураһында һөйләне. Тыуған иленә күсеп ҡайтырға теләүселәр өсөн “Ватандаштар” федераль программаһы булыуы хаҡында белдерҙе. Шулай уҡ йәштәрҙе Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенә уҡырға саҡырҙы.  Хәйбулла районы Быҙаулыҡ ауылында тыуып үҫкән Рәмилә Ситникова-Ҡаҙыҡова 30 йылдан ашыу Белоруссияла йәшәй. “Башҡортостанға йыш ҡайтыу мөмкинлеге юҡ. Туғандарҙы һағынабыҙ. Туған телдә аралышыуға ныҡ һыуһайбыҙ”, ти ул.

 
Минскиҙа йәшәгән башҡорт һәм татарҙар “Шишмә” мәҙәни ойошмаһын булдырған. Байрамдарҙы гел бергә үткәрәбеҙ, ти Рәмилә Ситникова-Ҡаҙыҡова.
Радий Хәбиров Белоруссияла яҡташтар менән осрашты.

Радий Хәбиров Белоруссияла йәшәгән яҡташтарыбыҙға башҡорт тирмәһе, милли костюмдар алыуҙа ярҙам күрһәтәсәге тураһында белдерҙе.

БЮТ

Фото - БЮТ.

 
Радий Хәбиров Белоруссияла яҡташтар менән осрашты
Радий Хәбиров Белоруссияла яҡташтар менән осрашты
Автор:
Читайте нас