+21 °С
Болотло


Салауат ҡалаһының янғын һағы хеҙмәткәрҙәре Ағиҙел йылғаһында йөҙөп йөрөгән яралы аҡҡоштоң ғүмерен ҡотҡарған.
"Хеҙмәткәрҙәр яралы аҡҡошто ҡотҡарған. Уны бер аҙ йылы урында тотҡандан һуң ветеринарҙарға тапшырғандар. Аҡҡоштоң артабанғы яҙмышын мотлаҡ күҙәтеп барырбыҙ. Яҡын арала ул аҡҡоштар ғаиләһенә ҡушылыр тип ышанабыҙ", - тиелә ҡаланың янғын һағы төркөмөндә.