

Капиталь ремонттан һуң Асҡын район Мәҙәниәт һарайы үҙ ишектәрен киң асты. Байрамға мәртәбәле ҡунаҡтар - республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе урынбаҫары Әлфис Ғаязов килде.Тантана райондың иң яҡшы ижади коллективтары, республикаға билдәле сәнғәт әһелдәренең бай йөкмәткеле концерты менән тамамланды.
Капиталь ремонт «Мәҙәниәт» дөйөм дәүләт проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан