Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
9 Декабрь 2021, 15:40

Бар самолет тәгәрәп ятып көлдө

Мысырҙан Өфөгә ҡайтыусыларҙы “һыйлаған”дар.

Azur air авиакомпанияһы Мысырҙан Өфөгә осҡан ваҡытта  пассажирҙарына төшкө ашҡа «Доширак» тәҡдим иткән.

“Юлда беҙҙе башта ҡайнар сәй һәм бутерброд менән һыйланылар. Һуңынан төшкө ашҡа «Доширак» тәҡдим иткәс, башта аптырап ҡалдыҡ. Һуңынан бар самолет тәгәрәп ятып көлдө”, - тип социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә яҙа Мысырҙан ял итеп ҡайтыусы бер ҡатын.

Бар самолет тәгәрәп ятып көлдө
Бар самолет тәгәрәп ятып көлдө
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас