Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
9 Декабрь 2021, 09:30

Кешеләр алдында үҙ-үҙенә ут төрткән

Бөгөн, 9 декабрь, Өфөлә тимер юл дауаханаһы ҡаршыһында ҡатын үҙ-үҙенә ут төртөп ебәрә...

Кешеләр алдында үҙ-үҙенә ут төрткәнКешеләр алдында үҙ-үҙенә ут төрткән
Кешеләр алдында үҙ-үҙенә ут төрткән

 Өфөлә иртәнге сәғәт 10-сы яртылар тирәһендә  тимер юл дауаханаһы ҡаршыһында үҙ-үҙенә ут төртөп ебәрә...

«Тимер юл дауаханаһының хеҙмәткәре ул ҡатындың «Йәшәгем килмәй» тип ҡысҡырғанын ишетеп ҡала. Шунан ҡатын янып киткәнен күрә. Дауахана хеҙмәткәре юғалып ҡалмай, янғын һағына шылтыратҡан, шунан һуң ут һүндергесен тотоп, ҡатынға ярҙамға ташланған. Ир уның өҫкө кейеменә ҡапҡан утты һүндереп өлгөргән.

Тәне 90 процентҡа бешкән 64 йәшлек ҡатын 18-се ҡала клиник дауаханаһына оҙатылған. Уның медицина учреждениеһына бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ - ул дауаханала эшләмәгән, һуңғы ваҡытта бер сирҙән дә дауаланмаған.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас