Йәйен һыуға батып үлеүселәрҙең һаны йышайһа, ҡыштың да үҙ хәүефе бар. Республикала һуңғы ике көн эсендә генә ике кеше үлгән, өсәүһе дауаханала.
Хәйбулла районының Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында 45 йәшлек шахтер Василий Трекилов вафат булған. Әйтеүҙәренсә, ул газ менән ағыуланған.
Кисә, Шишмә районының Алкино-2 ауылында гаражда ВАЗ-2114 машинаһын йылытып ултырғанда 19 йәшлек ҡыҙ менән 16 йәшлек егеттең газ менән ағыуланыуҙары асыҡланған. Иҫен юғалтҡан йәштәрҙе ҡыҙҙың туғаны аңғарып ҡала. Егетте ҡотҡара алмайҙар.
Бөгөн, Күгәрсен районының Ҡаран ауылында яғылған мейестән сыҡҡан төтөндән алты һәм дүрт йәшлек балалар тонсоҡҡан. Улар әле Мораҡ район үҙәк дауаханаһында һәм ғүмерҙәренә хәүеф янамауы билдәле.