Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
10 Декабрь 2021, 02:30

Ер урынына аҡса

250 мең һум да әҙ түгел...

Башҡортостанда, "Демография"  милли проекты сиктәрендә, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе тәьмин итеү, уларға тейешле ербиләмәһе, йә иһә 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр аҡсалата түләү биреү буйынса эш алып барыла.

“2021 йылда муниципаль берәмектәр ерҙе милеккә бушлай биреү урынына, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында бер тапҡыр аҡсалата түләү биреү хаҡында 600 таныҡлыҡ алды”, - тип хәбәр итә ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.

Ағымдағы йылда республикала күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе 242 ғаиләгә 250 меңешәр һум бирелгән.

 

 

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Ер урынына аҡса
Ер урынына аҡса
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас