+24 °С
Ямғыр


Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет әҙерләгән закон проектына ярашлы, етемдәр балалар йорттарында, опекун ғаиләһендә йәшәгәндә, колледждарҙа йәки юғары уҡыу йорттарында уҡыған ваҡытта, шулай уҡ армияла хеҙмәт иткәндә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙән азат ителә. Проект президент Владимир Путинға тәҡдим ителде.
«Етем балалар өсөн гарантиялар темаһы бик мөһим. Етемдәрҙең мәнфәғәттәрен тәьмин итергә һәм манипуляцияға, шул иҫәптән кемдеңдер уларға бирелгән льготаларҙан файҙаланыуына юл ҡуймаҫҡа кәрәк», — тине дәүләт башлығы, башланғысты хуплап.