+21 °С
Болотло
“Шоңҡар” – йәштәр журналы тип һаналһа ла, төрлө йәштәге уҡыусыларыбыҙ барлығы шатландыра. Йылдар дауамында беҙҙең менән бергә ҡалыусы Нажиә Рөфҡәт ҡыҙы Ҡужина - тоғро уҡыусыларыбыҙҙың береһе. Ул Ғафури районының Юлыҡ ауылында йәшәй. Оҙаҡ йылдар Юлыҡ мәктәбендә биология һәм химия фәндәренән уҡытты. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда.
“Иң тәү сиратта журнал менән үҙем танышып сығам, һуңынан балалар ялға ҡайтҡанда уҡыйҙар. Аҙаҡ күрше-күләнгә таратам”, - ти ул.