Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2021, 16:10

Йәш әҙәбиәтселәр конкурсына йомғаҡ яһалды

10 декабрҙә Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү үҙәгендә - Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтаханала Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм «Шоңҡар» республика йәштәр журналы менән берлектә ойошторған “Йондоҙҙарҙай күреп, мин күҙҙәргә ҡарап барамын...” исемле йәш әҙәбиәтселәр конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

10 декабрҙә Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү үҙәгендә - Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтаханала Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм «Шоңҡар» республика йәштәр журналы менән берлектә ойошторған “Йондоҙҙарҙай күреп, мин күҙҙәргә ҡарап барамын...” исемле йәш әҙәбиәтселәр конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурс 2021 йылдың мартында иғлан ителеп, күп кенә йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Редакцияға бихисап эштәр килде. Уларҙың иң уңышлылары "Шоңҡар" журналының март-ноябрь һандарында баҫылып сыҡты. Финалистар араһында Башҡортостан Яҙыусылар союзының йәш ағзалары ла, дебютанттар ҙа бар ине.

Жюри рәйесе - журналдың баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов, жюри ағзалары - Мостай Кәрим исемендәге Фонд хеҙмәткәре Зөһрә Бураҡаева, «Шоңҡар» журналының яуаплы сәркәтибе Венер Исхаҡов һәм йәш әҙәбиәтсе Рәшит Зәйнуллин түбәндәге еңеүселәрҙе билдәләне:

"Шиғриәт":  I урын - Илгиз Ишбулатов 

II урын - Айгөл Йәмилева 

III урын - Зарина Бағышаева 

«Проза»:

I урын - Заһиҙә Мусина 

II  урын – Рәзинә Зәйнетдинова 

III урын - Айбулат Сәсәнбаев  

«Уңышлы дебют» номинацияһында - Айнур Аҡылов 

Еңеүселәр аҡсалата премия менән бүләкләнде.

Бүләкләү тантанаһында абруйлы ҡунаҡтар -  Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостандың халыҡ шағиры ҡәҙим Аралбай, БР Дәүләт Йыйылышы - Дәүләт Йыйылышы депутаты, «Өфө» журналының баш мөхәррире Галина Ишмөхәмәтова ҡатнашты, Һәр кемгә Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова исеменән диплом һәм Т. Килмөхәмәтовтың "Мостай Кәрим шиғриәте" китабы тапшырылды.

“Шоңҡар” журналы коллективы мәртәбәле конкурсты ойоштороуға күп көс һалған, матди сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алған Мостай Кәрим исемендәге Фондҡа сикһеҙ рәхмәтен белдерә. Халыҡ шағирының эшен дауам итеүсе вариҫтары – Әлфиә Мостай ҡыҙының, Тимербулат Олегович Кәримовтың милли әҙәбиәттең киләсәген хәстәрләп абруйлы конкурсты күтәреп алыуы оло баһаға лайыҡ.

 

Йәш әҙәбиәтселәр конкурсына йомғаҡ яһалды
Йәш әҙәбиәтселәр конкурсына йомғаҡ яһалды
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас: