Сәғүд Ғәрәбстанында йыл һайын сәйер конкурс уҙғарыла икән. Ниндәй тиһегеҙме? Король Абдул-Азиз исемендәге дөйәләр араһында уҙғарылған матурлыҡ бәйгеһе ул. Приз фонды да, беҙ уйлағанса, бер нисә төргәк бесән генә түгел. Ә 66 млн доллар тәшкил итә. Баһалама ағзалары уларҙы баш төҙөлөшөнә, муйынына, кейеменә, йөрөшөнә ҡарап баһалай, ти.
Әммә улар араһында ла мутлашыусылар табыла икән. Дөрөҫөрәге хужалары араһында. Үҙҙәренең дөйөләре был конкурста еңеп, кеҫәләрен ҡалынайтыу өсөн, хайуандарына ботокс ҡаҙаталар.
Беҙҙең гүзәл заттар ирендәрен, яңаҡтарын ҡабартып матур күренергә тырышалар бит. Былар ҙа шуның кеүек була инде. Әлеге ваҡытта 40 дөйә йөҙ-ҡиәфәтен үҙгәртергә тырышҡаны өсөн, был бәйгенән ситләтелгән дә.