+21 °С
Болотло
11 декабрҙә, Рәсәй Эске эштәр министрлығының наркотиктарға ҡаршы көрәш идараһы етәксеһе урынбаҫары Вячеслав Батурин һуңғы йылда үҫмерҙәр араһында наркомандарҙың 60% артыуы хаҡында хәбәр иткән. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә ете меңдән артыҡ үҫмерҙең аҡ үлем тоҙағына эләгеүе билдәле.
“Йәштәрҙең был насар ғәҙәттәр менән мауығыуына юл ҡуймау өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Әлеге ваҡытта бының төп сәбәбе – пандемия менән бәйле”, - ти ул.
Бәлки, барыһын да пандемияға һылтанып ҡуйыу ҙа дөрөҫ түгелдер. Ғаиләләге тәрбиә, мәктәптәге мөхит тә йәш кешенең психикаһына йоғонто яһай бит.