Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
11 Декабрь 2021, 06:20

Яҙмыштан уҙмыш юҡ?

Әсәйем һәр ваҡыт берәй ваҡыйға тураһында һөйләшкәндә ,,Яҙмыштан уҙмыш юҡ”, ,,Тәҡдирҙе үҙгәртеп булмай”, ,,Улар 50 мең йыл элек үк күктәрҙә яҙылып ҡуйылған” -тигән һүҙҙәрҙе ҡулланғаны иҫемдә. Эйе, Ҡоръәндә күп аяттар уны иҫбатлай. Психологтар үҙгәртеп була тиҙәр. Элегерәк был тема менән бик ҡыҙыҡһындым, аяттарҙы ,хәҙистәрҙе тикшерендем, психологтарҙың китаптарын уҡыным, һәм тормоштағы миҫалдар менән сағыштырып, уйланып йөрөнөм.

Яҙмыштан уҙмыш юҡ?Яҙмыштан уҙмыш юҡ?
Яҙмыштан уҙмыш юҡ?

Әсәйем һәр ваҡыт берәй ваҡыйға тураһында һөйләшкәндә ,,Яҙмыштан уҙмыш юҡ”, ,,Тәҡдирҙе үҙгәртеп булмай”, ,,Улар 50 мең йыл элек үк күктәрҙә яҙылып ҡуйылған” -тигән һүҙҙәрҙе ҡулланғаны иҫемдә. Эйе, Ҡоръәндә күп аяттар уны иҫбатлай. Психологтар үҙгәртеп була тиҙәр. Элегерәк был тема менән бик ҡыҙыҡһындым, аяттарҙы ,хәҙистәрҙе тикшерендем, психологтарҙың китаптарын уҡыным, һәм тормоштағы миҫалдар менән сағыштырып, уйланып йөрөнөм. Ә үҙем ялғыш яҙмышымды 180 градусҡа бороп ебәреп, икенсе юлға – дин юлына төшөп, төрлө кире сәбәптәрҙән ҡотолоу юлдары табып, уны яҡшы яҡҡа үҙгәртә башлауымды һиҙҙем. Шунан ғына Аллаһы тәғәлә үҙенең миңә кәрәк аяттарын һәм Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрен “алдыма килтереп һалды”:

Сүрә “Шура” (42), 30 сы аят: “Һеҙгә ирешкән бәлә –ҡазалар һәм ҡайғылар үҙегеҙҙең гонаһтарығыҙҙың сәбәбе (ҡулдарығыҙ тотҡан нәмә)”
Сүрә “Нур”, 24:31: ,,Әй, мөэминдәр, бөтәгеҙ ҙә Аллаһҡа тәүбә ҡылығыҙ, бәлки уңышҡа өлгәшерһегеҙ”.
Хәҙис : ,,Доғаһыҙ тәҡдир үҙгәрмәҫ, изгелекһеҙ – ғүмер оҙонаймаҫ”
Хәҙис: ,, Кешенең бирелгән ризығы (удел), ҡылған гонаһтарының дәрәжәһенә ҡарап кәмей”.
Ғүмәр (р.ғ.) -нең миҫалын да иҫкә төшөрәйек. Уға бер урлашҡан ирҙе килтерәләр.Шәриғәт законы буйынса бурҙың ҡулын киҫергә ҡарар итәләр. Бур әйтә: “Урлау -Аллаһтан бирелгән минең тәҡдирем, нишләп киҫергә тейешһеҙ?”-ти. Ғүмәр (р.ғ.) әйтә: “Шул тәҡдир менән ҡулыңды киҫәбеҙ ҙә инде" -ти. Шуға күрә унда урлау бөтөнләй юҡ. Беҙ хажға барғанда бер ҡатын аэропортта ҡул сумкаһын онотоп ҡалдырып киткән. Эйәһен эҙләп табып, гостиницаға килтереп бирҙеләр. Юлда кошелек ятһа ла, бер кем күтәрмәй,бәлки юғалтҡан ерен иҫкә төшөрөп, ошо урынға әйләнеп килер, тип ҡарайҙар.

Ошо аят, хәҙистәрҙе ныҡлаңҡырап төбөнә төшөп уйланһаң, тәҡдирҙе үҙгәртеп була һәм уның юлдары барлығы аңлашыла.
Ләкин, әҙәмгә үҙе булдыра алырлыҡ вазифа бирелә. Тәҡдирҙе бер ҙә үҙгәртеп булмай торған яҡтары була, улар тураһында дини китаптарҙа бар. Иң беренсеһе, кеше яралғанда уҡ уның батша булып, йә көтөүсе булып тыуыуы, ул йәшәгән дәүерендәге һуғыштар, тәбиғәттәге киҫкен күренештәр (катаклизмы) , тыуыр иле , климат шарттары һ.б. Былар үҙгәртеп булмай торған , алдан яҙылып ҡуйылған тәҡдир. Шуға күрә беҙҙең әсәйҙәр тәҡдиргә буйһонған, бала саҡтарында-революция, ватан һуғышы, паспортһыҙ бер ҡайҙа ла китмәй, колхозда бушҡа эшләргә мәжбүр булыуҙар, уларҙы бөккән.
Әле лә ауылдарҙа әсәһен, йә туғандарын ҡарап, тыуған ауылынан айырылаһы килмәгәндәр ҙә, йә уҡырға һәләте булмағандар мәктәптән һуң ҡалаға уҡырға китмәй ҡалып, унда тамыр йәйгәндәр. Эш ауыр булһа ла, ирҙәре эскәне лә , йыйған донъяһын пыр туҙҙырып, үҙгәртеп ебәреүҙән файҙа булмаясаҡ, уларҙың мөхите шул (интернеттә күп ваҡыт”айырыл, ҡалаға күс...” тигән кәңәштәр бирәләр). Хәҙерге заманда , шулай ҙа, яҙмышты төҙәтергә юлдар бар: дин тыйылмай, мәсеттәр эшләй, уҡыталар. Мөхәммәд (сғв) әйтеүе буйынса кеше үҙ яҙмышына үҙе хужа булып сыға, яҡшыға ла , яманға ла йүнәлтә ала.
,,Доғаһыҙ тәҡдир үҙгәрмәҫ, изгелекһеҙ ғүмер озонаймаҫ” -тигәндәр бит. Был фани донъяла бирелгән йәшәү ғүмере лә, ризыҡ күләме лә алдан билгеләнгән, ләкин уларҙы кеше үҙе үҙгәртә ала. Беҙгә 50- 70 йыл ғына ғүмер бирелмәгәндер бит инде, фән 150 йәш булырға тейеш тип иҫбатлай.

Әгәр әҙәм эсһә, зина ҡылһа, ярһыһа, үсләшһә, эстә кер йөрөтһә, тәмле ашарға яратһа, тәккәберлектән Аллаһ юлына төшмәй, шайтанды тыңлап юлдан яҙһа, тәҡдир менән бирелгән ғүмерен, тимәк,ҡыҫҡарта, изгелектәр ҡылһа - оҙонайта ала. Хәләл көс менән булған һүрәттә лә , тик донъя ҡыуып, мәтди яҡты ғына уйлап, рухи аҙыҡ алмаған, иманын нығытмаған, ғөшөр саҙаҡаһы түләмәгән, шөкөр әйтмәгән,ҡулына кергәндән башҡаларға өлөш сығармаған кешене Хоҙай тәғәлә малы менән һынай. Бындай ваҡытта үҙеңдә ғәйептәрҙе эҙләп, Аллаһ алдында ғәфү үтенеп, Ул ҡушҡандарҙы эшләргә тырышһаң, донъяң да яйға һалына, күңелең дә тыныслана. Был дөрөҫ, тәжрибәмдән сығып әйтәм.

Һаран (ҡарун), башҡалар өлөшөнә кереүсе, бур, һатҡанда мутлашыусыларҙы Аллаһу иң ҡәҙерле нәмәһе - балаһы арҡылы һынай. Аллаһ ҡоло дөрөҫ юлда булмаһа, уны ваҡ ауырлыҡтар менән бер һынай, ике һынай (бер-нисә булыуы мөмкин), бер ҙә эш сыҡмаһа - ҡаты яза биреп ҡуя. Унан һуң беҙгә: “Ни өсөн?”, тип түҙемһеҙлек менән Аллаһтың барлығына шик һалыу урынына, ихласлыҡ менән гонаһтарыңды ғәфү итеүен һорап ялбарырға һәм төҙәлергә кәрәк.

Аллаһ юлында йөрөһә, намаҙ уҡыһа, кешенең холҡо дөрөҫ яҡҡа үҙгәрә, ул яҡшыны ямандан айыра белә, ни өсөн ҡайғырырға, йә ҡайғырмаҫҡа икәнен белә.
Юғалтһа, урлаһалар, малы үлһә һ.б ул хәтлем илап ,,ер тырнамай” , ,,Хәйерҙән булһын, киләһе ҡаза шуның менән бөтһөн”, тип тыныслана.
Сабыр итһәң, Аллаһы тәғәлә көтмәгәндә, икенсе яҡлап ярҙамын бирә. ,,Мал табылыр ул, баш табылмаҫ", "Башҡа бирер ҡазаны малға бирер" - ти ине әсәйем.

Һуғыштан һуң, 47-48 йылдар яман ҡоролоҡ булып, һуғыш ваҡытында былай ҙа бөлөп бөткән әсәйҙәргә бик ауырға тура килде. Беҙҙең һыйыр ятып үлде, картуф үҫмәне. Әсәйем ныҡ сабыр кеше булһа ла, нисек кенә 5 баламды астан үлтермәҫкә тип өҙгәләнгәндер инде. Шулай ҙа ҡаты илағанын күрмәнем. Көнө-төнө эшләргә мәжбүр булды әсәйебеҙ. Аллаһы тәғәлә ярҙамы менән иҫән ҡалдыҡ. Шул ваҡыттар менән хәҙерге тормошто сағыштырырлыҡ та түгел. Уйланайыҡ.

Яңыраҡ миңә ,,бер ауылдан фәлән туғанымдың төндә һарайы янған (малдары юҡ, тауыҡтары ғына булған), бик ҡайғыралар, илайҙар, бөтәһен дә төҙөп бөттөк, хәҙер ял итәбеҙ , тип уйлаған инек тиҙәр”, тип хәбәр һөйләнеләр. Мин әйтәм, хәҙер үк уларға шылтырат, өйгә лә ут ҡабып, үҙҙәре һәләк булмағанына шөкөр әйтһендәр, тип. Ысынын да, ул хәлдән дә яманыраҡ булыуы мөмкин, тип сағыштырып, тынысланырға кәрәк. Унан тағын, беҙҙең халыҡ төҙөй башлағанда ла Аллаһыға таянып, эш бөткәс тә Аллаһ ярҙам итте тип, хәйер биреп, Ҡорьән уҡып (уҡытып), шөкөр әйтеү урынына, шешә алып йыуып ҡуярға ярата. Төҙөү барышында ла шул хәл, эскәс, шайтан ҡотҡоһо менән, һүгенеү ҙә ҡушыла. Иблис - шайтан үҙ маҡсатына ирешә. Улай була ҡалһа, был һарайға харам ҡушылғаны булыуы мөмкин, шул сәбәптән йәшен атып, Аллаһы тәғәлә хужаларға тура юлға төшөү кәрәген иҫкәртә.

Ҙур эш башлар алдынан, йә оло юлға сыҡҡанда мәсеткә хәйер биреп, доға ҡылып башлап ебәргән эш отошло була,бәлә-ҡазалар ҙа урап үтә. ,,Аллаһҡа тәүбә ҡылығыҙ, бәлки уңышҡа өлгәшерһегеҙ”. Тәүбә ул бик кәрәкле ҙур ғәмәл. Мин үҙебеҙҙең ҡалала күп кенә кешенең эскелегенән дин юлында йөрөгән ҡатындары зарланғандарын ишеттем, һәм бына шул уҡ ирҙәрҙең эсеүҙе ташлап, тәүбә итеп яйлап ҡына дингә ынтылыуҙарын күрҙем. Ҡатындары менән бергә мәсеткә йөрөп уҡынылар, хәҙер хатта мулла булып йөрөгәндәре, хажға барғандары бар. Ә береһе оҙаҡ йылдар мәсеттә имам булып хеҙмәт итте. Шуға күрә исламда ирҙе эсәһең тип тә йәберләргә ярамай, уның бер ваҡыт һинән- минән динлерәк булып китеүе мөмкин. Ҡатындар ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтеп, ҡысҡырып, әрләшеп йөрөгәнсе, дини китаптарҙы күберәк уҡып, намаҙға баҫһа, ваҡыты булһа- мәсеткә йөрөһә, иренең насар ғәҙәттәрен ташлауын Аллаһтан һораһа, тыныслана, ир ҙә үҙгәрә ул. Исламда ире динле булып ҡатынын өйрәтергә тейеш тә бит, беҙҙә киреһе булып сыға. Шулай ҙа эффект бирә. Йәшәүҙең сыйфаты яҡшыра.

Йәшәйешебеҙ, яҙмышыбыҙ беҙҙең ҡулда икәнен онотмаһаҡ, беҙгә бирелгән әҙ генә ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәһәк ине.


Зәйтүнә Көҫәпова

Автор:
Читайте нас