Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
12 Декабрь 2021, 08:45

“Айыҡ Рәсәй” айыҡ фекер йөрөтә

Әсәй булырға йыйынған ҡатын үҙе тәмәке тартһа, уға ла ниндәйҙер яза биреү кәрәктер.

“Айыҡ Рәсәй” вәкилдәре ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар янында тәмәке тартҡан өсөн штраф һалырға тәҡдим итә.

Әлеге ваҡытта илебеҙҙә ҡайһы бер урындарҙа тәмәке тартыу тыйыла. Бының өсөн 500 һумдан алып 3 мең һумға ҡәҙәр штраф ҡаралған. Балалар майҙансыҡтарында көйрәткән өсөн тағы ла күберәк: 2 меңдән 3 меңгә ҡәҙәр.

“Айыҡ Рәсәй” проекты етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Солтан Хәмзәев тарафынан тәҡдим ителгән яңы штарф тағы ла ҙурыраҡ буласаҡ. Ул ауырлы ҡатындар һәм бәлиғ булмаған балалар янында тәмәке тартҡан өсөн штрафты 5 мең һумға тиклем күтәрергә тәҡдим итә.

Парламентарий фекеренсә, бындай ҡарар үҫеп килеүсе йәш быуындың сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Был осраҡта тағы ла бер үҙгәреш индерергә кәрәктер. Үҙҙәре әсәй булырға йыйынған, әммә был насар ғәҙәтенән арына алмаған ҡатындарға ла ниндәйҙер яза биреү осраҡтары ҡаралһын ине.

“Айыҡ Рәсәй” айыҡ фекер йөрөтә
“Айыҡ Рәсәй” айыҡ фекер йөрөтә
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас