Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
12 Декабрь 2021, 05:11

Бөгөн Рәсәй Конституцияһы көнө!

Конституция – илдең төп хоҡуҡи документы.

Бөгөн Рәсәй Конституцияһы көнө!Бөгөн Рәсәй Конституцияһы көнө!
Бөгөн Рәсәй Конституцияһы көнө!
Бөгөн, 12 декабрҙә, Рәсәйҙә Конституция көнө билдәләнә. Илдең төп документы 1993 йылда бөтә халыҡ тауыш биреүе менән ҡабул ителде.
1994 йылдың 12 декабрендә дәүләт байрамы тип иғлан ителде, ун йыл буйына ял көнө булып иҫәпләнде. 2004 йылда Рәсәй Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индерелгәс, 12-һе эш көнө тип һанала.
 
1993 йылдың 12 декабрендә ҡабул ителгән конституция һәр гражданға үҙенең хоҡуҡтарын тулыһынса тормошҡа ашырыу, дәүләт һәм йәмғиәт эштәрендә ҡатнашыу мөмкинлеге бирҙе. Күп милләтле халҡыбыҙҙы бергә туплап, уларға тиң үҫеш мөмкинлектәрен тыуҙырыуҙа, социаль гарантия һәм хеҙмәт хоҡуҡтарын нығытыу йәһәтенән, шулай уҡ илдә тотороҡлолоҡто һаҡлауҙа Төп закондың әһәмиәте ҙур. Конституцияла ҡаралған хоҡуҡ нормаларын үтәп, хоҡуҡи дәүләттең принципарын һаҡлау - Рәсәй Федерацияһының һәр гражданының бурысы.
 
Конституция Рәсәйҙең күп быуатлыҡ тарихында тупланған бөтә тәжрибәне һәм ҡаҙаныштарҙы сағылдыра һәм илебеҙ үҫешендәге стратегик йүнәлештәрҙе билдәләй. Ул хоҡуҡи дәүләт төҙөү нигеҙе булып тора, йәмғиәттә сәйәси һәм иҡтисади тотороҡлолоҡ, социаль яҡланғынлыҡ һаҡланыуының гаранты булып хеҙмәт итә.
 
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас