

Ауылдарҙа ҡыҙыу мәлдәр. Һуғым өмәләре үткәндән һуң, халыҡ күпләп билмән эшләй. Күмәкләп эшләгәндә, эш тә ырай, күңелле лә.
Быны яҡшы аңлаған Яңы Мишәр халҡы ошо көндәрҙә билмән байрамы ойошторҙо. Сарала ҡатнашыусылар Эльвира Латипованың йортона йыйылып, тәмле билмән эшләне. Кемдер ҡамыр йәйҙе, кемдер эслек әҙерләне. Хужабикә иң күп билмән эшләүсегә ярыш ойошторҙо. Еңеүселәргә 2 кг билмән бүләк ителде. Арала иң шаяндары тәмле ризыҡ эсенә борос, тәңкә, ҡағыҙға яза яҙып һалды. Кемдер борос, тәңкә тәтене, ә кемдер әтәс булып ҡысҡырҙы, шиғыр һөйләне, бейене, йырланы. Тәмле билмәндәр менән һыйланып, күңелле һәм файҙалы итеп үткәрҙе улар ваҡыттарын.
Дәртләнеп киткән ҡатын-ҡыҙҙар башҡалар араһында ла «Их, билмәне» исемле фотоконкурс иғлан итте. Уның шарттары буйынса, ғаиләң, яҡындарың, дуҫтарың менән билмән эшләү һәм фотоға, видеоға төшөп, интернет селтәренә һалыу ине. Билмән бумы күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы, был акцияға күрше өлкәләр ҙә ҡушылды. Тауыш биреү көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәлә, еңеүсе тип Иҫке Мишәр ауылынан Элвина Ғәрипова табылды. Икенсе урынды Нижневартовск ҡалаһынан Филүсә Мәүлитова яулыны. Өсөнсө урынға Көршәле ауылынан Вероника Хәсәнова лайыҡ булды.
Әйткәндәй, Яңы Мишәр халҡы быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнаша. Сәләмәт тормошҡа өҫтөнлөк биреп, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү өҫтөндә оло эш алап бара улар. Күптән түгел бында ҡаҙ, һуғым һуйыу өмәләре, ауылса ГТО һәм «Ауыл бәйгеһе» кеүек саралар гөрләп үткәйне.
"Ҡоролтай" төркөмөнән.