Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
13 Декабрь 2021, 03:35

Малаяҙ ауылында автоклуб презентацияһы үтте

Автоклуб - ул сәхнә генә түгел. Китаптар өсөн кәштәләр, кино күрһәтеү өсөн ҡорамалдар ҙа бар.

 Салауат районының Малаяҙ ауылында автоклуб презентацияһы үтте

Салауат районының Малаяҙ ауылында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә алынған автоклубтың презентацияһы үтте. Район Мәҙәниәт йорто белгестәре ауыл халҡына һәм ҡунаҡтарына концерт программаһы тәҡдим итте. Адик Шәйәхмәтов, Лилиә Динисламова, Юлиә Садиҡова һәм Зарина Саҙретдинова тәүгеләрҙән булып яңы сәхнәлә сығыш яһаны.

Автоклуб - ул сәхнә генә түгел. Китаптар өсөн кәштәләр, кино күрһәтеү өсөн ҡорамалдар ҙа бар. Автоном электр энергияһы сығанағы ла ҡаралған. Быларҙың барыһы ла  «Газель Русь» маркалы автомобилгә ҡуйылған, шуға күрә яҙғы юл өҙөклөгө, көҙгө юлһыҙлыҡ хәҙер концерттар менән  йөрөргә ҡамасауламаясаҡ.

#Миллипроекттар

#Национальныепроекты

Фото - Bash.News

Малаяҙ ауылында автоклуб презентацияһы үтте
Малаяҙ ауылында автоклуб презентацияһы үтте
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас