+21 °С
Облачно
Ғафури районында урынлашҡан Юлыҡ ауылы артыҡ ҙур булмаһа ла, унда “Шоңҡар” журналының дуҫтары күп. Әле киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылыуҙың ҡыҙыу мәлендә улар ҙа был саранан ситтә ҡалмай. Уҡыусыларыбыҙ араһында төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләре булыуы икеләтә ҡыуаныслы. Зөлфиә Ғәлина – Краснуосол үҙәк дауаханаһында табип-терапевт булып эшләһә, Альмира Яҡшыбаева Юлыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Ә оҙаҡ йылдар Юлыҡ мәктәбендә математика фәненән белем биргән Минзәлә Шаһиева хаҡлы ялда.
Үҙ эшен белеп һәм яратып башҡарған, журналыбыҙҙың тоғро дуҫы Юлыҡ почта бүлексәһе етәксеһе Резида Ҡужинаға эшендә уңыштар теләйек.