Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
13 Декабрь 2021, 03:30

Умартасылыҡ, башҡорт балы - ул беҙҙең төбәктең визит карточкаһы

Фәнил Хәлилов "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған «Агростартап» программаһы буйына конкурста еңеп, өс миллион һум күләмендә грант алды һәм умарталыҡты үҫтереүгә тотондо.

Башҡортостан умартасыһы дәүләт ярҙамы алды һәм умартасылыҡты ике тапҡырға арттырҙы

Фәнил Хәлилов "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған «Агростартап» программаһы буйына конкурста еңеп, өс миллион һум күләмендә грант алды һәм умарталыҡты үҫтереүгә тотондо. Был аҡсаға мартасы балды һурҙырыу өсөн автоматик ҡорамал, тағылма менән УАЗ маркалы автомобиль һатып алған, солоҡсолоҡто үҫтереү өсөн 150 умарта яһаған. Аҡсаның бер өлөшө урта рус тоҡомло 150 бал ҡорто ғаиләһен һатып алыуға йүнәлтелде, һөҙөмтәлә хужалыҡта уларҙың һаны ике тапҡырға тиерлек артты.

- Умартасылыҡ, башҡорт балы - ул беҙҙең төбәктең визит карточкаһы, һәм я\ы эш башлаған умартасыларыбыҙға үҫешергә мөмкинлек биргән «Агростартап» кеүек программаларҙың булыуы ҡыуаныслы, - ти республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов. Әйткәндәй, фермер Хәлилов солоҡ балына ихтыяждың ҙур булыуын билдәләй, ул ошо йүнәлеште үҫтерергә ниәтләй һәм яҡын арала иҡтисади күрһәткестәрҙең артыуына иҫәп тота. Бынан тыш, ул үҙенең продукцияһы менән донъя баҙарына сығырға ниәтләй.

Был мәсьәләлә умартасыға ярҙам талап ителә. Тәү сиратта уға 47-се «Апимондия» бөтә донъя умартасылар конгресында алырлыҡ компетенциялар, алдынғы тәжрибә кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың сентябрендә республиканың баш ҡалаһы бөтә донъяның умартасыларын берләштерәсәк. Өфөлә «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһының төп тармаҡ конгресы һәм «АпиЭкспо» күргәҙмәһе уҙа. Белешмә өсөн: «Агростартап» грант аҡсаһы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы» төбәк проекты буйынса бүленә. Уны фермер хужалығының проектын тәҡдим иткән һәр ауыл эшҡыуары ота ала. Һайлап алыу процесы асыҡ - комиссияның һәр ултырышы онлайн режимда күрһәтелә.

#Миллипроекттар

#Национальныепроекты

Фото-Bash.News

 

Умартасылыҡ, башҡорт балы - ул беҙҙең төбәктең визит карточкаһы
Умартасылыҡ, башҡорт балы - ул беҙҙең төбәктең визит карточкаһы
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас