Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
13 Декабрь 2021, 10:05

“Яңы ҡараш”тан ситтә ҡалмайыҡ

Башҡортса ауыҙ тултырып һаулыҡ, хәл һорашырға онотма!

 Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды 14 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә “Яңы ҡараш” тигән исем аҫтында яңы проекттар тәҡдим итә. Улар “Интерактив башҡорт теле”, “Башҡортсофт” һәм башҡа проекттар булыуы күҙаллана.

Сара музыкаль яҡтан да байытылып барасаҡ. Журналыбыҙҙың геройҙары, тоғро дуҫтары ҡурайсы Юлай Ҡасимов, йырсы Сабина Кучаева, Гәлсәр Байғусҡарова, скрипкасы Резана Вәлиева сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ, “Беҙ - башҡорттар” википедия конкурсында, “Минең әкиәт” тип аталған Халыҡ-ара әкиәт яҙыусылар бәйгеһендә еңеүселәрҙе  бүләкләү тантанаһы ла буласаҡ.

Сара 14 декабрь, 16:00 сәғәттә, Өфө ҡалаһы,  Чернышевский урамы 88 йортта уҙасаҡ.  Фонд директоры Йосопова Гөлназ Рауил ҡыҙына һорауҙарығыҙ булһа, уның менән бәйләнешкә инергә лә мөмкин. Бының өсөн  89191570999 номерына шылтыратырға кәрәк.

“Яңы ҡараш”ҡа килеүселәргә шарттар ҙа ҡуйылған. Уларға башҡорт телендә һаулыҡ, хәл һорашыу көн талабы булып һанала.

“Яңы ҡараш”тан ситтә ҡалмайыҡ
“Яңы ҡараш”тан ситтә ҡалмайыҡ
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас