Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
13 Декабрь 2021, 07:09

Жәлил Кейекбаевтың 110 йыллығы билдәләнде

Тантана билдәле ғалим-төркиәтсенең тыуған ауылы Ҡаранйылғала үтте.

Жәлил Кейекбаевтың 110 йыллығы билдәләндеЖәлил Кейекбаевтың 110 йыллығы билдәләнде
Жәлил Кейекбаевтың 110 йыллығы билдәләнде

Ғафури районы Ҡаранйылғала ауылында башҡорт теле ғилеменә нигеҙ һалыусы, беренсе башҡорт профессоры, күренекле тел белгесе, полиглот-тюрколог, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған фəн эшмəкəре Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың 110 йыллығы киң билдәләнде.


Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар: халыҡ-ара төркиәт академигы, профессор Ғиниәт Ҡунафин, фән докторы, профессор Юлай Псәнчин, Башҡортостан Республикаһы Милли архивының директор урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Ниязбай Булатбай улы Сәлимов, БДПУ доценты Зөләйха Хәбибуллина, Табын ырыуы башҡарма комитеты идараһы рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙин, Ғафури районы хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Ф.Зәйнетдинов ҡатнашты. Шулай уҡ тантанаға райондың башҡорт теле уҡытыусылары, уҡыусылар, ауыл халҡы килгәйне. 

Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалим менән ҡасандыр юлдары киҫешкән замандаштарыбыҙ шәхес хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ниндәй генә юғары бейеклектәр яулауға ҡарамаҫтан, ул үҙе, ябай кеше булып ҡала белде, тиелде осрашыуҙа.


Сара барышында Жәлил Кейекбаевҡа бронза бюст асылды. Тағы ла 4 йылға бер тапҡыр бирелә торған Жәлил Кейекбаев исемендәге премия тапшырыу тантанаһы булды. Лауреат исеменә рәссам, йәмәғәтсе Илдар Шәйәхмәтов һәм Ж.Кейекбаев музейы директоры Римма Ишмырҙина лайыҡ тип табылды.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас