Филармония Башҡорт теле көнөн билдәләй
Башҡорт теле аҙналығы дауам итә. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһында ла Башҡорт теле көнөнә арналған саралар әҙерләнгән. Был хаҡта филармонияның йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Ирина Захарова бына нимә ти:
- Башҡорт теле көнөнә Башҡорт дәүләт филармонияһында бик матур концерт планлаштырылған”Йыһандарға бүләк” тип атала. Театрлаштырылған тамашаның төп геройы – сит планета кешеһе. Уны ҡурсаҡ театрынан Дилә Муллабаева уйнаясаҡ. Башҡорт теленең матурлығын, ҡурай моңоноң илаһилығын сит ил планетаһы кешеһенә билдәле ҡурайсы Азат Биҡсурин аңлатасаҡ. Концертта халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры ҡатнаша. Филармонияның солистары башҡарыуында йырҙар ҙа ишетәсәктәр. Бынан тыш туған телемдең көс һәм матурлығы исемле флешмобта ла беҙҙең артистарыбыҙ ихлас күңелдән ҡатнашалар. Көн һайын беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге улар башҡарыуындағы видеояҙмаларҙы ҡарап, үҙегеҙҙең баһағыҙҙы биреп бара алаһығыҙ.