Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
15 Декабрь 2021, 06:30

Быйыл Йәрмәкәй районында 10 шишмә төҙөкләндерелгән

Эштәр ҡаҙна һәм ҡаҙнанан тыш аҡсаларға алып барылған. Иҫке Шах һәм Ялан Шишмә ауылдарында бейек тау сығанағына купель ҡуйылып “Ҡырҡ шишмә” ял зонаһын төҙөкләндереү халыҡ көсө менән башҡарылған. Ҡалған шишмәләр республика һәм хәйриә аҡсаларына төҙөкләндерелгән.

Быйыл Йәрмәкәй районында 10 шишмә төҙөкләндерелгән

 

Эштәр ҡаҙна һәм ҡаҙнанан тыш аҡсаларға алып барылған. Иҫке Шах һәм Ялан Шишмә ауылдарында бейек тау сығанағына купель ҡуйылып “Ҡырҡ шишмә” ял зонаһын төҙөкләндереү халыҡ көсө менән башҡарылған. Ҡалған шишмәләр республика һәм хәйриә аҡсаларына төҙөкләндерелгән. Район хакимиәте белгесе Энже Шафикова һөйләй.

Князеква һәм Һигеҙенсе март ауылдарында шишмәләр “Эшлекле ғәмәлдәр” проекты аҡсаларына 1 миллион 150 мең һумға эшләнде. Йәрмәкәй һәм Спартак ауылдарында Башҡортостан республикаһының социаль маҡсатлы фонды иҫәбенә өс миллион һумға сығанҡтарҙы яңырттылар. Йәрмәкәй ауылында икенсе шишмәне “Атайсал” республика  аҡсалары ярҙамында төҙөкләндереүҙе яҡташыбыҙ, Башҡортсотан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов ойошторҙо. Түбән ҡарамалы һәм Исламбахты ауылдарындағы шишмәләр “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү”республика аҡсалары ярҙамында тәртипкә килтерелде.

#Национальныепроекты

#Региональныепроекты

Bas.News

Быйыл Йәрмәкәй районында 10 шишмә төҙөкләндерелгән
Быйыл Йәрмәкәй районында 10 шишмә төҙөкләндерелгән
Автор:
Читайте нас