Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
15 Декабрь 2021, 09:20

Өфө – көҙгө кеүек ялтырай

Әлеге ваҡытта урамда имгәнмәй генә йөрөйөм тиһәң, бер нисә кәңәшкә ҡолаҡ һал.

Көндәрҙең ҡапыл йә йылытып, йә һыуытып тороуы ҙур хәүеф тыуҙыра. Аяҡ аҫты боҙлауыҡ. Коммуналь-торлаҡ хеҙмәткәрҙәренең кеше йөрөгән юлдарға ҡом, тоҙ һипкәндәре лә күренмәй. Нисек имгәнмәй генә йөрөргә һуң был мәлдә? Бер нисә кәңәшебеҙгә ҡолаҡ һалығыҙ.

  1. Бер киҫәк кейеҙҙе итек табанына “Момент” елеме менән йәбештергәндә, бер-ике аҙна ҡурҡмайынса ғынан йөрөргә мөмкин.
  2. Наждаклы ҡағыҙ ҙа, кейеҙ киҫәге кеүек, елем ярҙамында йәбештерелә. Был яҡшыраҡ та. Ул өс-дүрт аҙнаға түҙә ала.
  3. “Супер” елеме менән таҙа, ҡоро итек табанына биҙәктәр яһап киптергәндә, боҙлауыҡта таймай ғына бер-ике аҙна йөрөп була.
  4. Лейкопластырҙы 3 – 4 см оҙонлоғонда киҫеп алып, аяҡ кейеменең табанына бер нисә урынға йәбештерегеҙ Уның файҙаы ҡышҡы һалҡын көндәрҙә нығыраҡ һиҙелә, ә епшек ҡар ваҡытында тиҙ туҙа.
Өфө – көҙгө кеүек ялтырай
Өфө – көҙгө кеүек ялтырай
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас