

Өфөлә йәшәүсе йәштәр "Самауырлы ритайым" нимә икәнен бик яҡшы беләлер, моғайын. Ойоштороусылар "Самауырлы ритайм"ды "башҡорт йәштәренең сәйле-самауырлы, йыр-бейеүле, гармун, ҡурай, гитараға күңел асыу, аралашыу, тел, мәҙәниәт, милли үҙаңды һаҡлау сараһы" тип һүрәтләй.
Йәштәр бында ритайым да баҫа, "Ете ҡыҙ"ҙы ла, "Бөрйән ҡыҙҙары"н да, "Еҙ үксә"не лә бейей. Йырсыларға ҡушылып йырлайҙар ҙа. Үҙҙәренең ижадтары менән таныштырырға теләүселәргә лә һүҙ бирелә. Һәм, әлбиттә, ҡайнап ултырған самауыр янынана алып килгән күстәнәс менән сәй эсергә була.
Ике аҙнаға бер үтеп торған "Самауырлы ритайым" тиҙ арала йәштәрҙең иң яратҡан сараһына әүрелде. Башҡорт теле көнөнә лә тап ошо байрам ойошторолоуына аптырап тороу кәрәкмәйҙер.
14 декабрь үткән "Самауырлы ритайым" ҡыуаныслы бер мәл менән айырылып торҙо. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, «Арғымаҡ» төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов башҡорт телен интернет селтәрендә үҫтереүсе йәштәргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Рәхмәт хаттары"н тапшырҙы. Башҡорт блогерҙары, музыканттары, клип төшөрөүселәре, башҡорт юморын үҫтереүселәр билдәләнде. Был исемлектә "Самауырлы ритайымды" ойоштороусы Рөстәм Абдразаҡов һәм уның командаһы ла булды.
Тағы ла сараны Зилиә Бәхтиева биҙәне. Ул "Башҡорт телендә һөйләшәм" тигән йырҙы башҡарҙы. Әйткәндәй, 14 декабрь был йырҙың клибы ла сыҡҡайны.
Ҡыҫҡаһы, кисә үткән ерҙә,"Йәшлек-хаус"та, иҙәндәр "дер" һелкенеп торҙо. Нимәһе ҡыуаныслы, йәштәр сараһы тип билдәләнһә лә, бында студенттар ҙа, эшләп йөрөүселәр ҙә, өлкән апай-ағайҙар ҙа, хатта кескәй балалар ҙа булды. Тимәк, бындай осрашыуҙар барыһына ла ҡыҙыҡлы.
Самауыр сәйе эсеп, башҡорт йыр-моңдарына бейеп, милләттәштәр менән осрашып, ихлас ял иткегеҙ килһә, "Самауырлы ритайым"ға рәхим итегеҙ!
Фото: vk.com/aidar_026.photo