

Өфөлә "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Беҙҙең хәстәрлек" ирекмәндәр үҙәгенә көн һайын төрлө һорауҙар менән күп мөрәжәғәттәр килә. Мәҫәлән, бөгөн Хәйруллиндар ғаиләһе аҙыҡ-түлек ярҙамы күрһәтеүҙе һораған.
37 йәшлек Айҙар Хәйруллин I төркөм инвалиды, әсәһе менән йәшәй. Балиғ булғансы ул ғәҙәти бала булып үҫә, мәктәптә уҡый. Военкоматта комиссия үтә башлағас, үҫмерҙең баш мейеһендә шеш тапҡандар. Операциянан һуң телмәр һәм хәрәкәт күнекмәләрен, хәтерен юғалтҡан. 20 йылға яҡын инвалид егет яңынан йөрөргә, уҡырға һәм көнкүреш ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә өйрәнә.
Ғаилә ғаризаһын "Беҙҙең хәстәрлек" ирекмәндәр үҙәге кураторы Раил Әҙиәтуллин үҙе ҡабул иткән. "Ирекмәндәр һәр ваҡыт етмәй, көнөнә күп кенә ғаризаларҙы эшкәртергә кәрәк, шуға күрә бер нисә тапҡыр юлға сығырға тура килә, - тине Раил Әҙиәтуллин. - Айҙарҙың тарихы менән танышып сыҡтыҡ, бындай кешеләргә мөмкин тиклем йышыраҡ ярҙам итергә тырышырбыҙ".
Аҙыҡ-түлекте илтергә машинаны Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай биргән. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Дәүләт Йыйылышы машиналары төшкө ҡайнар аш, аҙыҡ-түлек таратыуҙа актив ҡатнаша һәм өлкән кешеләрҙе вакциналау пункттарына тиклем килтерә.
Инвалид егеттең әсәһе Рәсимә инәй Хәйруллина ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе һәм ныҡлы һаулыҡ теләне.
Фото: "Берҙәм Рәсәй"